Рәсәй Хөкүмәте мәкерле сир таралыуына ҡарамаҫтан, эллекегә ҡарағанда ла көсөргәнешлерәк эшләй. Байтаҡ ултырыштар видеоконференция формаһында уҙһа ла, улар ғәҙәттәгенән хатта күберәк тә.
Рәсәй Президенты Владимир Путинға вирус йоғоу ҡурҡынысы янаймы? Был һорауға дәүләт башлығының матбуғат секретаре Дмитрий Песков Беренсе канал эфирында асыҡлыҡ индерҙе. "Эш күләме артыуға ҡарамаҫтан, Владимир Путин үҙен яҡшы хис итә, көн һайын иртән COVID-19 вирусына тикшереү үтә", - тип белдерҙе Беренсе каналдағы "Большая игра" программаһы эфирында Дмитрий Песков.
Президент Мәскәү янындағы баҡсаларының береһенә күскән һәм шунан тороп эшләй икән. Владимир Путиндың һаулығына хәүеф янамай.
#ВладимирПутин