Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 08:33

Нефтекама психоневрология интернаты карантинға ябылған

Унда теркәлгән үлем осрағын асыҡланды.

Кисә брифинг барышында хәбәр иттеләр был хаҡта. Хөкүмәт вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановка был хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Ул интернат директоры Рәдиф Гәрәев менән бәйләнешкә сыҡҡан.
– Хроник бронхит ауырыулы бер пациентыбыҙ үлде. 2016 йылдан бирле сирләй ине. Табиптар күҙәтеүе аҫтында булды, юғары тән температураһы, йүтәле юҡ ине. Ул үлгәс тә "Роспотребнадзор"ға хәбәр иттек. Кисен үк штаб йыйылды һәм беҙҙе ҡурсаланыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 12 кеше карантин режимында хәҙер, барлыҡ шарттар булдырылған.
Нефтекама интернаты тест һөҙөмтәләре әҙер булғансы карантинда ҡаласаҡ. Территорияны һигеҙ полиция хеҙмәткәре һаҡлай.
Интернат хеҙмәткәрҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә сабырлыҡ теләйһе ҡала.
Читайте нас: