1981 йылда Мәскәүгә Юғары әҙәбиәт курсына уҡырға килдем. Фойела бер төркөм яҙыусылар шахмат уйнай. Араларында Ғәзим Шафиҡов та бар. Мин эргәләренә бармайым. Бер мәл ишетәм, Ғәзим Шафиҡов бөтәһен дә еңә икән. Бер көндө ул эргәмә килде:
– Ниңә шахмат уйнамайһың? – ти.
– Ҡурҡаһыңмы? – Ғәзимдең холҡо шулай ҡорораҡ.
– Ҡурҡмайым. Әйтәм бит, уйнағым килмәй.
– Бикбай һине шәп уйнай, ти ине. Әйҙә уйнап ҡарайыҡ. Мин бында бөтәһен дә еңәм. Хатта ана, Чувашияның чемпионын да еңдем.
– Һәйбәт булған. Тик мин уйнамайым.
– Уйна, тим. Ултыр! – Ғәзим мине елтерәтеп өҫтәл артына ултыртып ҡуйҙы. – Уйна! Уйнамаһаң, берҙе эләктерәм хәҙер. Минең дә асыу килде. Бынан үс алырға булдым.
– Ярай, уйнайым. Тик мин ладьяһыҙ уйнайым. Еңелгән һайын, барып ике шешә һыра килтерәһең. Миңә һәм үҙеңә.
– Ә һин еңелһәң? Мин еңелһәм, мин килтерәм.
– Ә ниңә ладьяһыҙ уйнайһың?
– Һыраға барғанда еңелерәк булһын өсөн.
Башланыҡ. Әлбиттә, мин еңдем. Ғәзим һыраға барманы.
– Әйҙә тағы уйнайыҡ. Һин еңелһәң, ничья була.
– Мин еңелмәйем. Лутсы барып кил.
– Юҡ, уйнайбыҙ. Тағы уйнайбыҙ. Ғәзим еңелде, әммә һыраға бармай хәрәмләшә. Өсөнсө партияны башлайбыҙ. Ғәзимдең берәй фигураһын ашаһаң, ул йән асыуы менән өҫтәл ситенә килтереп һуға. Ҡот осҡос тауыш сыға. Был тауышты ишетеп, бөтә ятаҡ йыйыла башланы.
– Ни булды? Что случилось? Что за драка?
– Вот мазявка! – тип күрһәтә миңә Ғәзим. – Играть не умеет! Расчитывает только на зевки! На зевках я тоже умею играть! – Ғәзим уйнап бөтмәгән партияны һибеп ташланы.
– Играй честно! Играй по правилам! А вы смотрите, он расчитывает только на зевки! Аптырағас, ҡаҙаҡ шағиры Бахытжан Конопьяновты судья итеп ҡуябыҙ. Бахытжан һорай:
– Какое пиво? Какое пиво? – тип йәне көйөп китә Ғәзимдең.
– Сперва учись играть по-человечески! Хәҙер мин ҡаршылаша башланым.
– Бахытжан! Беҙ кем еңелә, шул һыраға бара тип һөйләштек. Етмәһә, мин ладьяһыҙ уйнайым. Өс тапҡыр еңелде – һыра килтермәй. Ғәзим бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, ошо партияла ла еңелһә, һыраға барырға һүҙ бирҙе судьяға. Һәм еңелгәс, барып алып килде. Унан йәнә бер барҙы. Ошо сәбәпле Ғәзим миңә бер аҙ үпкәләп тә йөрөнө. Әммә бер төндө ул мине уята.
– Наил, тор әле! Бахытжанға Ҡаҙағстандың халыҡ шағиры Олжас Сөләймәнов килгән. Ул мастер икән, етмәһә, Ҡаҙағстандың шахмат федерацияһы рәйесе. Бөтәбеҙҙе лә еңеп тик ултыра. Беҙ уның менән бер коньякка бәхәсләштек. Мин уға, һин еңәһең, тинем. Еңәһеңме?
– Һин ҡушҡас, еңәм инде. Таңға тиклем уйнағандан һуң еңдем Олжасты. Көслө генә уйнай булып сыҡты. Коньягын эстек, шәп ине . Шунан һуң ғына Ғәзим Шафиҡов мине бер аҙ хөрмәт итә башланы.
"Шахматсы яҙыусылар" яҙмаларын киләһе һылтанмалар аша үтеп уҡырға мөмкин. https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/aran-bulir-a-yaramay-Shahmatsi-ya-iusilar-142991/ https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/K-p-ta-tala-seans-bire--Shahmatsi-ya-iusilar-174849/ https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/Ta-ta-a-aramay-ina-Shahmatsi-ya-iusilar-164065/ https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/Kem-men-n-uyna-ani-di-bel-Shahmatsi-ya-iusilar-158110/ https://agidel.rbsmi.ru/news/Tikshere--Shahmatsi-ya-iusilar-153324/ https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/or-ashim-tirada-i-Shahmatsi-ya-iusilar-150074/ https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/Sh-rif-Bi-ol-men-n-Shahmatsi-ya-iusilar-143584/ https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/Sh-rif-Bi-ol-men-n-Shahmatsi-ya-iusilar-143584/