Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 18:57

Буранбайҙы һағынғанда

1984 йылда мин Баймаҡ интернат-мәктәбенең X класында уҡып йөрөгәндә райондың "Октябрь байрағы" гәзитендә эшләп йөрөүсе Гөллирә апай Исхаҡова шылтыратып, редакцияға саҡырҙы. Ашҡынып барып еттем.#Ағиҙелжурналы

1984 йылда мин Баймаҡ интернат-мәктәбенең X класында уҡып йөрөгәндә райондың "Октябрь байрағы" гәзитендә эшләп йөрөүсе Гөллирә апай Исхаҡова шылтыратып, редакцияға саҡырҙы. Ашҡынып барып еттем. Хаттар бүлегендә эшләгән Гөллира апайҙы күргәнем бар ике, шиғыр-нәҫерҙәрем районкала баҫылып тора, күбеһен мин хат аша ебәрәм. Шулай ҙа ҡыйыулығымды йыйып, бер-ике мәртәбә Гөллирә апайҙың ҡулына алып барып тапшырғайным. Бына барып еттем. Кабинетҡа инһәм, Гөллирә апай менән Гөлшат апай Әхмәтҡужина ултыра. Мин уны ситтән тороп ҡына беләм, шиғырҙарын уҡығаным бар. Гөллирә апай минең менән таныштырҙы, шиғырҙарымды маҡтаған булды. Гөлшат апай шиғырҙарым яҙылған блокнотты ҡарап сыҡты ла: "Бына ошоноһон-ошоноһон күсереп, Әбйәлил районы гәзитенә ебәр. Мин шунда баҫып сығарырмын", - тине. Һөйләшеп бөткәс, Гөллирә апай: "Әйҙә, Зөлфирәнең шиғырҙарын радио аша кешеләргә тыңлатайыҡ", - тине лә, залға сығып китте. Бер аҙҙан Буранбай Исҡужинды эйәртеп инде. Ул үҙебеҙҙең радиола эшләй икән. Тиҙ генә минән үҙенә оҡшаған ике-өс шиғырҙы уҡытып, яҙҙырып алды. Үкенескә күрә, мин ул шиғырҙарҙы үҙем тыңлай алманым. Һуңғы ҡыңғырау байрамына Буранбай ағай интернатҡа репортаж эшләргә килде. Минән дә бер-ике һүҙ әйтеүемде һорағайны, сығарылыш класында булғас, тулҡынланып, илап йөрөп әйтә алманым. Үҙем хәтәр шатландым: Буранбай ағай мине онотмағандыр, шиғыр яҙып маташыусы шундай-шундай ҡыҙыҡай бар бит әле, тип мине таныйҙыр тип ҡыуандым... Буранбай ағай минең хәтеремдә йүгермәләп йөрөүсе, алсаҡ, тура һүҙле булып ҡалған...
Читайте нас: