Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 11:53

Владимир Путин ипотека ставкаһын кәметергә ҡушты

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Үҙәк банкка ипотека ставкаһын кәметергә ҡушты. Был эште 1 майға тиклем атҡарып сығыу талап ителә.
Ҡарар Кремлдең рәсми сайтында баҫылған:
«Торлаҡ төҙөлөшөн киңәйтеү һәм ипотека ставкаһын кәметеү маҡсатында дәүләт программаһын әҙерләргә, уны Президент эргәһендәге милли проекттар буйынса Советҡа тәҡдим итергә», — тиелә Президенттың күрһәтмәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ишле ғаиләләргә ярҙам программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән индерелде. Ул 2019 йылдың 25 сентябренән ғәмәлдә. Өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған йәки тыуырға тейешле ғаиләләр ошо льготанан файҙалана ала. Ипотека түләү өсөн аҡсаның күләме 450 мең һум тәшкил итә. Программа әлегә 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.
#ВладимирПутин
Читайте нас: