Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 11:48

Рәсәй банктары процентһыҙ кредит бирәсәк

Вирус вирус менән, Рәсәй Хөкүмәтенең алдында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

Рәсәй Хөкүмәте әҙерләгән дәүләт программаһына ярашлы, ил банктары бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа процентһыҙ кредит бирергә ҡарар сығарған. Әлегә Һаҡлыҡ банкы һәм ВТБ был эшкә тотонған. Кредиттың срогы – алты ай, алты айҙан ашһа, процентлы буласаҡ. Субсидияның күләме предприятиела эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең һанына ҡарап билдәләнәсәк. Дөйөм 130 миллиард һум тирәһе аҡса бүлеү ҡаралған.
Алдағы көндәрҙә дәүләт программаһына Альфа-банк, Газпромбанк һәм Промсвязьбанктың йәлеп ителеүе көтөлә. Эшҡыуарҙар ғаризаларҙы ябайлаштырылған тәртиптә тапшыра ала, залог талап ителмәй.
Вирус вирус менән, Рәсәй Хөкүмәтенең алдында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора. Әлеге дәүләт программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектының маҡсаттарына ирешергә ярҙам итәсәк.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: