Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡын ҡурсаланыуға яуаплы ҡарарға саҡырҙы.
Төбәк башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһендә Владимир Путин ил халҡына, ауырлыҡтар һәм проблемалар килеп сығыуға ҡарамаҫтан, ҡурсаланыу шарттарын үтҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Ҡороновирус менән ауырыусылар һаны республикала 22-гә етте. Шуның өсөн хөкүмәт өлкәндәр һәм балалар өсөн урамда булыу ваҡытын сикләүҙе кәрәк тип тапты. COVID-19 вирусын иҫкәртеү буйынса сираттағы кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров 65 йәштән өлкәндәр һәм балалар өсөн ҡурсаланыу тәртибенең көсәйтелеүе хаҡында белдерҙе.
Шулай итеп, өлкәндәр киске 18 сәғәттән икенсе көнөнә иртәнге 10-ға тиклем, ә балалар киске 18 сәғәттән икенсе көнөнә көндөҙгө 13 сәғәткә тиклем урамға сыға алмай.