Карантинда бихисап китаптар уҡыйбыҙ, һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә баҫылған посттар, челендж-флешмобтар шул хаҡта һөйләй. Ә беҙҙең яҙыусыларыбыҙ нимә менән шөғөлләнә, беҙгә яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итәлер?... Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова яңы повесын тамамларға йыйына, төрөк яҙыусыһы Орхан Тамыҡтың, Корея әҙиптәренең китаптарын уҡып сыҡҡан. Инәй карантин тип һис бошонмай, фатирында помидор, сәскә үҫентеләре ултыртып бөткән. Баҡсаға барыуҙы тыйҙылар, был хәлдән сығыу юлын шулай тапҡан ул.