Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 17:50

Ер шары алма кеүек кенә...

"Әлеге вирус Аллаһ Тәғәлә кешелеккә ебәргән һынау, язалыр тип уйлайым. Юғиһә кешелек һуғыштан башҡаһына өйрәнмәне, Хоҙай беҙгә килешеү, ярашыу өсөн тел биргәндер бит....Дауамы сайтта:#әҙипфекере

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова:
"Әлеге вирус Аллаһ Тәғәлә кешелеккә ебәргән һынау, язалыр тип уйлайым. Юғиһә кешелек һуғыштан башҡаһына өйрәнмәне, Хоҙай беҙгә килешеү, ярашыу өсөн тел биргәндер бит. Был һынауын да имен генә еңеп сығырға яҙһын. Бөгөнгө афәт Ерҙең алма кеүек бәләкәй икәнен күрһәтте, Ҡытайҙа килеп сыҡҡан вирус шул уҡ Ҡушма штаттарын да баҫып алды бит. Беҙгә санкциялар ебәреп ятҡан Европа ла беҙҙән ярҙам һорарға мәжбүр, ә беҙгә Совет заманынан ярҙам кәрәк булманы, кәрәк булмаҫ та. Кешелек ғибрәт алһын ине”.
#әҙипфекере
Читайте нас: