Ил етәксеһе халыҡҡа түҙемлек теләне, коронавирусты еңеү өсөн изоляция шарттарын мотлаҡ үтәү кәрәклеген белдерҙе. Бизнесҡа ярҙам буласаҡ, мартта эшһеҙ ҡалғандарға минималь хеҙмәт хаҡына ярашлы пособие түләнә. Балалы ғаиләләр ҙә өҫтәмә финанс ярҙамға өмөт итә ала. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн дәүләт программаһы әҙерләнә. COVID-19 вирусы менән көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр өсөн 10 миллиард һум аҡса бүленә. Апрелдән башлап өс ай дауамында һаулыҡ һағында тороусыларға 25 меңдән алып 80 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр биреләсәк.