Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 11:28

Республика дауаханалары яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителде

#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#национальныепроекты

Төп байлығыбыҙ һағында тороусы милли проект дауаханаларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Ишембай район үҙәк дауаханаһына һанлы ортопантомограф ҡайтарылды. Был аппарат теш-яңаҡ системаһына рентген диагностикаһы үткәреү өсөн ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостанға 15 яңы ИВЛ аппараттары килтерелде.
Былтыр иһә милли проекттың ярҙамы менән 6707 берәмек төрлө ҡорамал һатып алынған. Шул иҫәптән, 14 УЗИ, 12 рентген, 8 томограф, 2 МРТ һәм КТ аппараттары һатып алынған. Өфө, Октябрский, Күмертау, Старлетамаҡ, Бөрө, Кушнаренко, Бәләбәй, Мәсәғүт, Миәкә дауаханаларында рентген комплекстары эшкә ҡушылған.
Илебеҙҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 1,7 триллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#национальныепроекты
Читайте нас: