Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 09:40

Буранбайҙы һағынғанда

Буранбай ағай ғаиләһе менән Йомаш ауылында ла йәшәп китте, уҡытыусы булып эшләне ул, 1985 йылға тиклем булдымы икән... Шул ваҡытта ул...Дауамы сайтта:

Буранбай ағай ғаиләһе менән Йомаш ауылында ла йәшәп китте, уҡытыусы булып эшләне ул, 1985 йылға тиклем булдымы икән... Шул ваҡытта ул үҙен тик матур, яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Дәртле, әүҙем йәш кеше үҙешмәкәр сәнғәт концерттарын ойоштороуҙа ныҡ ярҙам итте һәм ҡатнашты. Ул ҡурайсы, ҡумыҙҙа уйнай торғайны, хатта Хәсән Мирза улына коллектив бейеүҙәр һалышып үҙе бейеүҙә ҡатнашты. "Аҡ менән ҡара" исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡҡас та Йомаш клубында презентацияһы үткәрелде, миңә лә уның автографын алырға тура килде. Баймаҡта йәшәгәндә лә уның менән осрашып торорға тура килде, еҙнәйем Ғайса уның менән класташ, интернатта бергә уҡығандар. Шулай бер осрашҡанда мин унан иптәш ҡыҙымдың юбилейына шиғыр яҙып биреүен үтендем, бик ҡыҙыҡ итеп яҙып бирҙе ул, тулыһынса хәтерләмәйем инде, шулай ҙа ошо һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалған: "Спортсменка, комсомолка, патриотка ғына түгел һин, өлгөлө ғаилә хужабикәһе , хәстәрлекле әсәй, оҫта сәк-сәк бешереүсе лә һин, – тип яҙҙы.
Рәйсә Ниғәмәтова.
Читайте нас: