Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 18:25

ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР

Яҙыусы Азат Мағазовтың “кәйефләнеп” алған сағы. Урамдан китеп барғанда, бер танышы осрап:– Төшөрҙөңмө әллә? – тип һорай.Әҙиптең яуабын сайттан белерһегеҙ:

“Мағаз, ин!”
Яҙыусы Азат Мағазовтың “кәйефләнеп” алған сағы. Урамдан китеп барғанда, бер танышы осрап:
– Төшөрҙөңмө әллә? – тип һорай.
– “Мағаз, ин!” тип торған ергә нисек инмәйһең инде! – тип магазинға төртөп күрһәтә ағай.
Шәп мәҡәлә!
Бер редакцияла эшләгән И-ға бер ағай мәҡәлә тоттора. Бер йыл үтеп китә, мәҡәлә баҫылмай ҙа баҫылмай. Автор редакцияға тағы килә. Яҙманы эҙләй-эҙләй таба алмағас, ағай шул уҡ мәҡәләне тағы яҙып бирә. Бер-ике ай үткәс, редакцияға шылтырата:
– Мәҡәләнең яҙмышын белергә ине!
– Ағай, ҡулъяҙмағыҙ юғалды бит әле... Яңынан яҙып бирегеҙ инде!
Ағай яҙып бирә. Ниһайәт, ул баҫылып сыға. Автор редакцияға килгәс, баш мөхәррир ихлас йылмайып ҡаршылай уны.
– Шәп мәҡәлә яҙғанһығыҙ, кинәнеп уҡыным. Яҙыштырығыҙ. Беҙҙә шәп мәҡәләләр “һә” тигәнсә донъя күрә ул!

“Барырмын әле...”
Ауырып дауаханала ятып сыҡҡан билдәле бер яҙыусыға йәш яҙыусы әйтә:
– Асыуланма инде, ағай, больницаға бара алманым. Икенсе юлы мотлаҡ барырмын!..
Читайте нас: