Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 11:49

Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәп төҙөлә

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпрокты#нацпроектыБашкортостан

Киләһе йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ мәктәп ишектәрән асасаҡ.
Мәктәп төҙөлөшө өсөн 300 миллион һум аҡса бүленә. Әле төҙөлөштө башҡарыусыны һайлап алыуға тендер иғлан ителгән. Яңы белем биреү учреждениеһы 2021 йылдың сентябренә әҙер буласаҡ.
Ике йылда республикала 24 балалар баҡсаһы, 12 мәктәп төҙөләсәк. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттарының маҡсаттарына ирешергә булышлыҡ итәсәк.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпрокты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: