Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 11:11

Ғаиләләргә социаль ярҙам түләнә башлай

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары тигән Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған балалы ғаиләләр апрель-июнь айҙарында 5 мең һум күләмендәге айлыҡ түләүҙәрҙе аласаҡ. Улар һәр балаға өс йәшкә тиклем түләнә.
Президент Хөкүмәткә сығымдарҙы финансларға, түләү шарттарын һәм тәртибен билдәләргә ҡушты. Шулай итеп, Рәсәйҙең Пенсия фонды түләүҙәрҙе тәьмин итәсәк. Түләүҙәрҙе алыу буйынса ғаиләләр 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: