Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 11:11

Рәсәй Хөкүмәте дистанцион режимда эшләүен дауам итә

Ҡағиҙәләр барыһы өсөн бер, һәр кем теүәл үтәргә бурыслы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы бер аҙна дистанцион режимда эшләйәсәк. Ил башлығының матбуғат секретаре Дмитрий Песков хәбәр итә был хаҡта.
Владимир Путин ил башлыҡтары араһында тәүгеләрҙән булып йоғошло сирҙәр дауаханаһын барып күрҙе. 24 мартта Мәскәү дауаханаһының баш табибы Денис Проценко менән аралашты, аҙаҡтан билдәле булыуынса, табипта COVID-19 вирусы раҫланды. Хәйер, дистанцион режимда хакимлыҡ итеү был хәлдәргә бәйле түгел. Ҡағиҙәләр барыһы өсөн бер, һәр кем уларҙы теүәл үтәргә бурыслы.
Рәсәй Хөкүмәте ағзалары коронавирусҡа даими тест үтә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: