Әле Башҡортостанда 103 пациент, шул иҫәптән 11 бала һәм үҫмер стационарҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡала. Уларҙа коронавирус булыуы ихтимал, ти белгестәр. Бөгөнгә Рәсәйҙә инфекция йоҡтороусылар 7 мең 497 кеше иҫәпләнә. 58 кеше вафат булған, 494-е –һауыҡҡан.