Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 20:11

«Кисә әсәйем китеп барҙы»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтың әсәһендә үлгәндән һуң коронавирус табылған.

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау министрлығының ултырышында республикала COVID-19 вирусынан бер үлем осрағы бар тип хәбәр иттеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был хәбәрҙең дөрөҫ булмауын яҙҙы. Баҡтиһәң, 80 йәшлек өләсәй ике айҙан ашыу Республика клиник дауаханаһының неврология бүлегендә дауаланған. Үлем сәбәбе - COVID-19 вирусы түгел, ә баш мейеһенең шешеүе. Аяғын ҡырҡҡас, унда эренле инфекция һәм ике яҡлы пневмония башланған.
Вафат булған пациент танылған артист Әнүәр Нурғәлиевтың әсәһе булып сыҡҡан.

— Ул изге күңелле кеше ине, бишебеҙгә лә тәрбиә бирҙе, тормошто, кешеләрҙе яратырға өйрәтте, — тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев үҙенең сәхифәһендә.

Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: