“Алибаба” һәм “Ebay” сит ил сауҙа майҙансыҡтарында Башҡортостан предприятиелары тауарҙары һатыла башлаясаҡ. Шулай уҡ Башҡортостандың Австриялағы вәкиллеге һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамы менән Австрияға онлайн тәртибендә бизнес-миссия ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Учреждение “Өфөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә реклама материалдарын тәржемә итеү, һатып алыусыны эҙләү, килешеүҙе рәсмиләштереү йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк.