Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 18:40

1200 кеше ике аҙна дауамында дауаханала йәшәйәсәк...

#ҡороновирус

Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы яңы коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығы хәүефенән карантинға ябылған. Дауаханала эшләүсе биш хеҙмәткәрҙә һәм ике пациентта пневмония барлығы асыҡланған. Әммә COVID-19 диагнозы әлегә раҫланмаған. Улар барыһы ла өҫтәмә тикшерелеү өсөн инфекция дауаханаһына ебәрелгән. Ҡалған медицина персоналы эшен дауам итә. Барлыҡ бүлектәрҙә лә дезинфекция үткәрелгән.
Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһына анализды, бөгөнгө талаптарға ярашлы, пневмония һәм башҡа киҫен респиратор инфекцияһы билдәләре булған һәр кемдән алалар. Был – мотлаҡ сара. Хроник сирҙәрҙән яфаланған оло йәштәге инәйҙең организмында коронавирус барлығы - барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Әлеге ваҡытта дауаханала пациенттарҙы ҡабул итмәйҙәр. Кемдең был дауаханаға ҡағылышы бар – пациенттарҙан да, персоналдан да коронавирус инфекцияһына анализ алалар. Тиҙҙән уларҙың һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Әйтергә кәрәк, был процедура өс тапҡыр башҡарыла.
Әлегә ике медицина хеҙмәткәренең анализдары коронавирус инфекцияһы булмауын күрһәткән. Әле иһә башҡаларҙың анализ һөҙөмтәләрен көтәләр.
Читайте нас: