Бөгөн журналыбыҙҙың яҡут дуҫы Афанасий Гуриновтан шәп хәбәр килде. Саха-Яҡут республикаһындағы иң күп тиражлы "Күрүлгән" ("Шарлауыҡ") әҙәби журналында "Ағиҙел"дең баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың "Ҡартайған ҡояш аҫтында" әҫәре донъя күрҙе. Уны Афасий дуҫыбыҙ үҙе тәржемә иткән.