Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 11:40

Владимир Путин онлайн кәңәшмәләр уҙғарҙы

#ВладимирПутин

Президент илдең яғыулыҡ-энергетика тармағы үҫеше буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Бөгөн донъя энергетика баҙарында хәлдәр шәптән түгел. Коронавирус эпидемияһы иҡтисадҡа кире йоғонто яһаны. Ысынлап та, нефть хаҡының тағы ла кәмеүе көтөлә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин был хәлдәргә ҡарата фекерен белдереп, көстәрҙе берләштерергә тәҡдим итте. Ил башлығы әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте алдында ҙур бурыс тора - бөгөнгө тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу. Киләсәктә нефть дефициты буласаҡ, ваҡиғалар киҫкен хәлгә килтермәһен өсөн алдан саралар күреләсәк.
Киләсәктә бергәләп ҡайһы юлдан барырға кәрәклеге хаҡында фекер алышаһы ҡалды.
#ВладимирПутин
Читайте нас: