Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 13:45

Тәүге дәресте башлыҡ үткәрҙе

Ситтән тороп уҡыу осоронда мәктәп уҡыусыларына «нуленсе дәрестәр» ойошторола.

Бөгөн вирус таралыу сәбәпле оҙаҡҡа һуҙылған каникулдан һуң яңы сирек башланды. Уҡыусылар бер аҙ ваҡыт ситтән тороп уҡырға мәжбүр, көн һайын республика каналдарында «нуленсе дәрестәр» ойошторола. Бөгөн тәүге дәресте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн ― ҡаһармандар осоро. Балаларҙың өйҙә ултырып белем алыуы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ысынлап та, мәкерле сир ололарға ғына түгел, сабыйҙарға ла күп кенә һынауҙар алып килде. Һәр кем иңендә икеләтә яуаплылыҡ. Республика Хөкүмәте уҡыуҙы сифатлы итеп ойоштороу өсөн байтаҡ ҡына эштәр башҡарҙы. Уҡыусыларға өйҙә, атай-әсәй янында тырышып уҡыйһы ғына ҡалды.
"Әле, кешеләрҙең иң яҡшы һәм иң насар яҡтары асыҡланған осорҙа, кемдер яҡындарына ярҙам итә, мохтаждарға аҡсаһы менән бүлешә, аҙыҡ-түлек алып бирә, ә кемдер маска һатып байырға, ололарҙы алдап мутлашырға тырыша. Геройлыҡ – ул автомат тотоп яуға инеүҙә генә түгел, ә кеше булып ҡалыуҙа, яуаплылыҡ һаҡлауҙа сағыла. Йылдар үтер, һеҙ ошо ваҡыттарҙы иҫләйәсәкһегеҙ һәм шул саҡта үҙ ҡылыҡтарығыҙ өсөн оялырға яҙмаһын. Бөгөн һеҙҙән артыҡ күп нәмә лә талап ителмәй: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡығыҙ, үҫешегеҙ!” – тип мөрәжәғәт итте зәңгәр экрандарҙан Радий Хәбиров.
Читайте нас: