Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 11:45

“ЭКОЛОГИЯ” МИЛЛИ ПРОЕКТЫ ТӘБИҒӘТЕБЕҘ ҺАҒЫНДА

#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#национальныепроекты.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәбиғәтте һаҡлау өсөн 45 миллиард һумдан артығыраҡ аҡса бүленә. Әгәр проект уңышлы тормошҡа ашырылһа, 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә барлыҡ рөхсәт ителмәгән ҡалдыҡтар урындары юҡ ителергә һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Быйыл Башҡортостанда 16 сүп-сар полигоны таҙартылырға тейеш. Баймаҡта Семеновка алтын сығырау фабрикаһы, элекке “Өфөфимпром” туплау майҙаны ҡалдыҡтары эшкәртелә.
Өфө районында һәм Өфө ҡалаһы эргәһендә 5,5 га майҙанды биләгән егермеләп полигон ҡалдыҡтары юҡ ителгән.
Милли проекттар ҡалдыҡтарҙы туплау ғына түгел, йыйылған сүп-сарҙы эшкәртеү мәсьәләһен дә төп урынға ҡуя. Дыуан, Дүртөйлө, Благовар, Яңауыл райондарында ҡалдыҡтарҙы айырыу комплекстары проектлана.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#национальныепроекты.
Читайте нас: