Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 16:47

Башҡортостанда ҡороновирус йоҡтороусы дүртенсе кеше һауыҡты!

#ҡороновирус

Башҡортостанда ҡороновирус йоҡтороусы дүртенсе кеше һауыҡты! COVID-19 вирусы раҫланған тағы алты кеше дауаханала ята. Сирләүселәр араһында Өфө, Дүртөйлө һәм Күмертау кешеләре бар. 107 кеше ҡороновирусҡа тест һөҙөмтәһен көтә. Рәсәйҙә сирлеләр һаны буйынса Башҡортостан иң һуңғы рәттәрҙе биләй, иң тәүге урындарҙа - Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород ҡалаһы, Свердловск өлкәһе һәм Татарстан.
Донъя буйынса алғанда, иң күп ауырыусылар Америка ҡушма штаттарында теркәлгән, 337 меңдән артҡан. "Халыҡ карантин талаптарын үтәргә теләмәй, был ауыр эҙемтәләргә килтерҙе", - тип хәбәр итә Флорида штатының Орландо ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Лиана Вәлиева.
Иң мөһиме һәм ҡыуандырғаны, республикабыҙҙа сирҙең сигенеүе күҙәтелә. "Аманат" журналы тәҡдиме менән бөгөндән был вирусты "ҡороновирус" тип атайбыҙ, йә "Йәшлек"тәрсә мөмкин, "ҡороғорвирус".
Читайте нас: