Үҙизоляция шарттары талап иткәнсә, медицина битлеге, бирсәткәләр кейеп магазинға инеп барһам, бер апай туҡтатты. Беҙҙең арала шулай һөйләшеү булды:
– Битең ҡаплы булһа ла, күҙҙәреңдән таныным, туғаным. Ярай әле, ҡараштарың таныш...
– Рәхмәт, апай, хәлдәрегеҙ нисек?
– Нисек тип ни, ошолайтып битте ҡаплап йөрөйбөҙ инде. Нисек уйлайһың?
– Дөйөм талап шулай бит, апай. Битлекте беҙ вирус йоҡтормаҫ өсөн генә түгел, башҡаларҙы сирләтмәҫ өсөн дә кейәбеҙ...
– Беҙҙең халыҡта иң ауыр әр һүҙҙәренең береһе нимә, беләһеңме?
– Юҡ...
– Битһеҙ...
– Беҙ битлек кейеп, йөҙөбөҙҙө кешеләрҙән йәшермәйбеҙ бит, апай, вирустан тын юлдарыбыҙҙы йәшерәбеҙ..
– Ана шулай яуап бирә белгәнең өсөн дә мин һине күҙҙәреңдән таныным да инде, туғаным...
...Мин уның көтөлмәгән һүҙҙәренән албырғап, өнһөҙ ҡалыуымдан ауыҙымды асҡанымды ла һиҙмәй ҡалдым. Быны апай күрмәне. Битлек ярҙам итте.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 331-се күҙәтеү