Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 13:22

ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР

Өлкән бер шағирҙың бахмурҙан сирләгән сағы икән. Ярты алырға бер нисә тин аҡсаһы етмәй уның. Кешенән һораһаң – оят! Шулай ҙа.... Дауамы сайтта:

“Иҙәндә ятырға тейеш түгел!..”
Өлкән бер шағирҙың бахмурҙан сирләгән сағы икән. Ярты алырға бер нисә тин аҡсаһы етмәй уның. Кешенән һораһаң – оят! Шулай ҙа магазинға инә. Шул саҡ иҙәндә ятҡан көмөш тәңкәне шәйләп, йәһәт кенә үрелеп ала шағир.
– Бахыр шикелле баҡыр сүпләйһеңме?! – тип шаяртмаҡсы була уны күреп ҡалған бер танышы.
– СССР-ҙың гербы иҙәндә ятырға тейеш түгел! – ти шағир ғорурлыҡ менән.
Нисек эшләй?
Бер гәзит редакцияһына журналист егет эшкә килгәс, баш мөхәррирҙән һорайҙар:
– Теге егет нисек эшләй?
– Һәйбәт эшләй! Һәйбәт!.. – ти мөхәррир. – Ҡыҙҙар декрет отпускыһына китә башланы инде...
Читайте нас: