2019 йылда Әбйәлил, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Хәйбулла райондарында ҡоролоҡ арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Һөҙөмтәлә ҡоролоҡ 85 ауыл хужалығы предприятиеһына, дөйөм 36,5 мең гектар сәсеүлеккә зыян килтерҙе, һумлап һанағанда – 185,8 миллион һум.
Ҡоролоҡ арҡаһында уңышһыҙ тороп ҡалған ауыл хужалығы предприятиелары республика бюджетынан субсидия аласаҡ. Был хаҡта Премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хәбәр итте. Субсидиялар биреү тәртибе раҫланған һәм тиҙҙән аграрийҙарға тәҡдим ителәсәк.