Кисә Рәсәй Хөкүмәте күп кенә документтарҙы имзаланы. Уларҙың күбеһе коронавирусты юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Ил башлығы Владимир Путин карантин режимын боҙоусыларға, төрлө фейк мәғлүмәт таратыусыларға Енәйәт эше ҡуҙғатыласағын белдерҙе. Әйтәйек, бер ниндәй сәбәпһеҙ урамға сығып йөрөүсе кешегә 2 йылға иркенән мәхрүм итеү янаясаҡ. Шулай уҡ министрҙар кабинеты дарыуҙарҙы теркәү һәм сауҙа итеү тәртибен көйләргә 90 көнгә хоҡуҡ алды.
Тағы ла бер мөһим указдарҙың береһе –хәл киҫкенләшкән осраҡта Рәсәй Хөкүмәте илдең бөтә территорияһында Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерә аласаҡ.
Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа хөкүмәт иғлан иткән барлыҡ шарттар теүәл үтәлә, сирҙе тиҙ арала еңеп сығыуыбыҙға өмөттәр бик ҙур.