Талантлы яҙыусы Сабир Шәриповтың юл хикмәттәре.
Йор телле үзбәк шағиры Яхъя менән Юғары әҙәби курстарҙа бик дуҫ, серҙәш йәшәнек. Ташкент яғына ул йә поезда, йә самолетта йыш ҡайтып йөрөнө, сөнки йәш булһа ла, ғаиләһендә дүртме, бишме бала үҫә ине. Зарланғаны хәтерҙә: өйөнә инер-инмәҫтән ҡатыны ҡыҙғаныуын белдерә башлай икән быға. Мәскәүҙә сибәркәйҙәрең күптер һинең, фәлән дә төгән…
Бер ҡайтып килгәс һорай ҡуйҙым һабаҡташтан:
– Йә, нисек ҡаршыланы айылың?
– Ғәҙәтенсә... – тип мыйығын һыйпаны был. – Тик мин дә аптырап торманым, әйттем: әле генә самолетта стюардесса менән эй үбештек, ҡыҙылы йоҡҡандыр, йылы һыу бир сайҡарға, тинем.
Икенсе юлы һабаҡташым поезда ҡайтып әйләнде. Мәҙәк күреп, ҡыҙыҡһындым:
– Йә, был юлы нимә тинең?
– Проводница менән ҡуна-ҡуна килдем, тинем. Шуның өсөн уға эш хаҡы түләйҙәр, тинем.
...Уҡыуҙар бөткәс, йәмле йәйҙә мин Яхъяға Өфөнө, Белорет, Бөрйән яҡтарын күрһәттем. Атаҡлы Шүлгәнгә лә сәфәр ҡылдыҡ.
– Инде лә ҡыҙғанһа, гүзәл һыуһылыуҙар мәмерйәлә йәшәй икән, тик башҡорттар гүзәлдәрен сит-ят күҙҙәргә күрһәтмәҫкә тырыша, тиәсәкмен, – шулай мәрәкәләне шағир ҡараңғы мәмерйәнән яҡтыға сыҡҡас.
ҺӨЙӨКЛӨҺӨНӘН ЕЛДӘР ИҪКӘЙНЕ
– Мин һине усымда ғына йөрөтөрмөн, – ти егете, иркенләп ултырғас, һөйөклөһөнә. Бына ул кеше арҡыры билетка ун тин аҡса ебәрҙе лә иҫкәртеп ҡуйҙы. – Сдачаһын онотмағыҙ.
– Бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫһың. «Жигули» алам әле ошо арала... – Кассаға тинлектәрҙең зыңлап төшөүе мөхәббәт һүҙҙәрен бүлдерҙе. – Әйттем дәһә, сдача ебәрегеҙ, тип. Үҙем бармаһам, булмаҫ.
Трамвай туҡтаны. Егет дүрт тин артынан кассаға табан атланы. Кире боролғанда, һөйөклөһөнән елдәр иҫкәйне.