Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 10:50

«Мәҙәниәт» милли проекты: Хәрби Дан музейының күргәҙмәләрен онлайн ҡарап буласаҡ

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Республика Хәрби Дан музейы «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» һәм «Яугир-интернационалистар» экспозицияһы буйынса мультимедиа-гид төҙөгән. Һуңғыһы 1979-1989 йылдарҙағы Афған һуғышында ҡатнашыусыларға арналған.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Артефакт» һанлы платформаһы ҡулланылған. Уның ярҙамында илдең төрлө төбәк музейҙары менән ентекләп танышырға мөмкин. «Яугир-интернационалистар» тип аталған бүлектә Афған һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан вәкилдәре тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән. Йәғни, «Артефакт» һанлы платформаһында был күргәҙмәнең 30 экспонаты күрһәтелгән.
«Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» тип аталған бүлектә лә дүрт тиҫтәнән ашыу экспонат тупланған. Әйткәндәй, музей карантин алдынан ғына асылған. Шуға ла был экспонаттарҙы әлегә бер кем дә күреп өлгөрмәгән. Мәҫәлән, боронғо немец пианиноһының Башҡортостанға нисек килеп эләгеүе барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Киләсәктә күргәҙмәләрҙең онлайн вариантын эшләргә уйлайбыҙ. Ул саҡта халыҡ экспонаттар менән өйҙән ултырып таныша аласаҡ.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: