Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала кискеһен алкоголь һатыу тыйыласаҡ.
“Бөгөндән башлап республика биләмәһендә киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем хәмер һатыуҙы тыябыҙ. Был һыраханаларға, кафе һәм ресторандарға ла ҡағыла. Һеҙгә хәҙер алкоголь артынан киске урам ҡыҙырыуҙар бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ алып килмәйәсәк. Бер юлы рөхсәтһеҙ алкоголь һатыуға көрәште лә арттырабыҙ.
Кемдәргә оҡшамай – ғәфү үтенәм. Тарих барыһын да үҙенең урынына ҡуйыр”, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы.