Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 15:11

Ҡәҙерле дуҫтар! Күренекле яҙыусы Сабир Шәрипов исемендәге хикәйәләр конкурсы иғлан итәбеҙ!

Бөгөн халыҡтың яратып уҡығаны – хикәйә. Шуға ла конкурс был проза жанрының бәләкәй формаһын пропагандалау, үҫтереү, йәнләндереү, төрләндереү, баһаһын күтәреү һәм талантлы яңы әҙиптәрҙе табыу маҡсатында үткәрелә. Шулай уҡ яратҡан яҙыусыбыҙ, күп йылдар журналыбыҙҙың проза бүлеген етәкләүсе Сабир Шәриповтың иҫтәлеген мәңгелләштереү ҙә булып тора.Ҡағиҙәләре менән сайтыбыҙҙа танышығыҙ:

Бөгөн халыҡтың яратып уҡығаны – хикәйә. Шуға ла конкурс был проза жанрының бәләкәй формаһын пропагандалау, үҫтереү, йәнләндереү, төрләндереү, баһаһын күтәреү һәм талантлы яңы әҙиптәрҙе табыу маҡсатында үткәрелә. Шулай уҡ яратҡан яҙыусыбыҙ, күп йылдар журналыбыҙҙың проза бүлеген етәкләүсе Сабир Шәриповтың иҫтәлеген мәңгелләштереү ҙә булып тора.
  • Унда ҡатнашыусыларҙың йәше, әҫәрҙәрҙең темаһы һәм күләме сикләнмәй. Бер генә талап: ҡулъяҙмалар хикәйә жанрына тап килһен.
  • Бер автор өс хикәйәнән артыҡ ебәрә алмай.
  • Эштәр тик электрон вариантта ғына ҡабул ителә, шуға күрә хикәйәләрегеҙҙе “Ағиҙел” журналының электрон почтаһына – [email protected] – “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйып ебәрергә кәрәк.
  • Әҫәрҙәр журналыбыҙ биттәрендә һәм сайтында донъя күрәсәк.
  • Конкурс йыл ярымдан ашыу барасаҡ, йомғаҡ 2021 йылдың декабрь айында яһаласаҡ. Абруйлы жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
  • Конкурста ҡатнашҡан хикәйәләр өсөн гонорар түләнмәй. Бүләкләү фонды гонорарҙарҙан туплана.
  • Бәйге булғас, бүләге лә бар:
  • Беренсе урын – 15 мең һум.
    Икенсе урын – 10 мең һум.
    Өсөнсө урын – 5 мең һум.
    Тотондоҡ, дуҫтар! Ҡеүәт һәм майҙан – беҙҙән, талант һәм дарман – Һеҙҙән!
    Читайте нас: