Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 21:00

Рухи аҙыҡ артынан

Илдә һәм тотош донъяла барған еңел булмаған осорҙа театрҙар онлайн дуҫлыҡ тәҡдим итә. Театрҙарҙың YouTube-каналына рәхим итеп, йәшегеҙ теләгән спектакль ҡалай алаһығыҙ.

Илдә һәм тотош донъяла барған еңел булмаған осорҙа театрҙар онлайн дуҫлыҡ тәҡдим итә. Театрҙарҙың YouTube-каналына рәхим итеп, йәшегеҙ теләгән спектакль ҡалай алаһығыҙ. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры каналында «Рәйсә+Фәйзи» , «Ғәлиәбаныу», «Бибинур, ах, Бибинур!..», «Ҡыҙыл паша», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..» спектаклдәрен тамаша ҡылырға мөмкин. Шулай уҡ балалар өсөн «Серле көршәк», «Алтын асҡыс», «Маугли», «Белмәҫйән мажаралары», «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» һәм башҡа әкиәттәр ҙә унда урын алған. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының архивлаштырылған спектаклдәрен тәүлек әйләнәһенә сайттағы һылтанма буйынса табырға мөмкин. Яҡшы кәйефтәр теләйбеҙ! Карантин осорондағы ваҡытығыҙҙы файҙа менән үткәрегеҙ! Имен-һау булайыҡ!
Читайте нас: