Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 22:48

Республика буйынса транспорт хәрәкәте махсус пропусктарға ярашлы буласаҡ

Шаулап-гөрләп торған урамдар тын ҡалырға тейеш, республикала тулы изоляция режимы индерелә.#Өйҙәяҡшыраҡ

Шаулап-гөрләп торған урамдар тын ҡалырға тейеш, республикала тулы изоляция режимы индерелә. «Башавтотранс»тың башҡа төбәктәргә хәрәкәте ябыла, район-ҡалаларға маршруттар кәметелә. Үҙ транспортыңда хәрәкәт итеү өсөн сикләүҙәр юҡ, әммә сәбәп булғанда ғына.
Изоляция ҡағиҙәләре биш категорияға ҡағылмай. Ашығыс ярҙам талап ителеүселәргә, эргәләге магазинға аҙыҡ-түлек, йә дарыу артынан сығыусыларға, йәшәгән ерҙәренән 100 метр алыҫҡа китмәй йорт хайуандары менән йөрөүселәргә, өй янындағы контейнерға сүп-сар сығарыусыларға. Иң мөһиме бишенсе пункт, был төркөмгә эшләп йөрөүселәр инә. Миҫал өсөн, медицина учреждениелары, хоҡуҡ һаҡлау, власть органдары хеҙмәткәрҙәре, йәғни карантин режимы ҡағылмағандар.
Белгестәр уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә, изоляция режимы индереү һаҡлыҡ сараларының береһе. Уны инҡар итеүселәргә ҡарата протокол төҙөләсәк. Ә бына карантин режимын боҙоусыларҙың ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал, был хаҡтағы ҡануни документ Дәүләт Думаһында ҡабул ителде.
Читайте нас: