Коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау маҡсатында почта бүлексәләре был аҙнала махсус режимда эш алып бара.
Йәғни 1 апрелгә тиклем Башҡортостандың барлыҡ почта бүлексәләре халыҡ өсөн ябыҡ буласаҡ, әммә почтаны, пенсияларҙы, пособиеларҙы сортировкалау, ташыу, таратыу ҡәҙимге режимда башҡарыласаҡ.
Ә бына кесаҙна һәм йома көндәрендә (2 һәм 3 апрель) почта бүлексәләре графикка ярашлы эшләйәсәк.
Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтендә почта аша ебәрелә торған әйберҙәрҙе һаҡлау ваҡытын 30 көндән 60 көнгә тиклем оҙайтыу мәсьәләһе ҡарала. Был халыҡтың карантин ваҡытында борсолмай өйҙә ултырып, инфекция хәүефе бөткәс, почта бүлексәләренә килеп тейешле әйберен ала алһын өсөн эшләнелә.