- Әгәр кәрәк булһа, ординаторҙар, профессорҙар, медицина уҡыу йорттары уҡытыусыларын ярҙамға саҡырырға мөмкин. Урта медицина персоналын да тулыландырыу мөһим. Бының өсөн медицина уҡыу йорттары студенттарын йәлеп итергә булалыр, - тине ил Президенты. Координация советы президиумы ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко студент медиктарҙы пандемияға ҡаршы көрәшкә йәлеп итеү пландары тураһында һөйләне. Билдәләп үтеүенсә, өҫтәмә рәүештә 40 меңдән артыҡ медицина хеҙмәткәрен мобилләштереү мөмкинлеге бар, бының өсөн кәрәкле документтар инде әҙер.