Баймаҡ районы Темәс һәм Бетерә ауылдары халҡы бөгөн иртәнсәк почта йәшниктәрендә файҙалы бүләк табып ҡыуанған! Унда эшҡыуарҙар Тимур һәм
Илсур Нәбиуллиндарҙан сәләм хаты һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек.
Ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар бөтәһе 1500 дана медицина битлеге һатып алып, ике ауыл халҡына таратҡан. Битлектәрҙе уларға ирекмәндәр- йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар таратышҡан.
Илсур Нәбиуллин әйтеүенсә, был эш, тәү сиратта, яңғыҙы донъя көткән оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында әле кибеткә, дауаханаға иң кәрәкле әйберҙәр алырға ла бара алмаған ауылдаштарына ярҙам йөҙөнән башланған.
“Һәр ауылда ла хәстәргә, ярҙамға мохтаждар бар. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ!” - ти Илсур.
Афарин! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!