Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында була был хәл. Берәү шиғыр ҙа яҙғылаштыра, хикәйәләре лә күренгеләй. Нәүбәттәге ултырышта уның яҙмаларын тикшерәләр, кәңәштәр менән бергә тәнҡит һүҙҙәре әйтелә.
Күпмелер ваҡыт үтә. Уны ҡәләмдәше осрата ла:
– Ни хәл дуҫ, яҙышып буламы, нимәләр ҡыйратаһың? – тип уның ижады менән ҡыҙыҡһына.
Теге ауыҙын киң итеп йыра ла ҡәнәғәт йөҙ менән:
–Төкөрҙөм мин ижадҡа, –тип ҡулын һелтәй. – Ҡатын һатыусы булып эшкә урынлашты.