Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 11:36

Белоретта ике балалар баҡсаһы асылды

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала балалар баҡсалары төҙөлөшө дауам итә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарындағы "Демография" милли проектына ярашлы төҙөлә. Күптән түгел Белорет районының Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдарында яңы ике балалар баҡсаһы асылды. Уларҙың һәр береһе 140 урынға иҫәпләнгән.
Ике ҡатлы йорттар аҙыҡ-түлек блогы, медпункт, музыка һәм спорт дәрестәре өсөн залдар, шулай уҡ коррекция дәрестәре бүлмәләре ҡаралған. Белорет районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Иванюта белдереүенсә, файҙаланыуға тапшырылған объекттарҙа 34 яңы эш урыны булдырылған.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: