Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 11:18

Республика уҡыусылары Европа музейҙарын күрәсәк, инглиз телен өйрәнәсәк

24 марттан республикала электрон мәғариф порталы эшләй башланы.

Порталда мәктәп уҡыусылары өсөн күп һанлы дәрестәр биреү ҡаралған. Дистанцион дәрестәр видеоформатта уҙа. Өҫтәүенә, улар бөтөн кешегә асыҡ.

Порталда тәҡдим ителгән видеодәрестәр мәжбүри белем биреү программаһына инмәй, ә буш ваҡытта белем алыу өсөн тәҡдим ителә.

Әлеге эш "Мәғариф" милли проектына ярашлы уҡыусыларҙың уҡыуын дистанцион режимда тәьмин итеү өсөн ойошторолған. Каникулдарҙа коронавирус таралыу бәйле ошондай уҡыу төрө бик файҙалы һәм фәһемле буласаҡ.

Порталда видеодәрестәр билдәләнгән ваҡытта буласаҡ. Балаларға тарихи фильмдар тәҡдим ителә, теләгәндәр Веналағы онлайн музейҙы күрә ала.
#национальныепроекты
Читайте нас в