Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 23:00

Ниһайәт! Миңлеғәле Шайморатов - Рәсәй геройы!

Бөгөн тарихи дөрөҫлөк тантана итә, тотош башҡорт халҡы тантана итә.

Бөгөн тарихи дөрөҫлөк тантана итә, тотош башҡорт халҡы тантана итә. Легендар батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә оло ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусыларҙың береһе Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлеген тыуған яғында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында бер нисә йыл элек генералға һәйкәл асылды. Шундай уҡ һәйкәл оҙаҡламай Өфө ҡалаһының иң матур майҙандарының береһе – Совет майҙанында ҡалҡып сығасаҡ.
Читайте нас: