Ә Илсур Нәбиуллин исемле эшҡыуар Темәс, Бетерә ауылдары халҡына бушлай битлектәр таратып сыҡҡан. Бына нимә тип яҙған мәрхәмәтле егет: “Хәл ҡатмарлы һәм барлыҡ эшҡыуарҙарҙың да артыҡ аҡсаһы юҡ. Шулай ҙа мин уларҙы барлыҡ республика, ҡала, район һәм ауыл халҡына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә саҡырам, - тип яҙа. – Беҙҙең арала яңғыҙ, мохтаж, аҙ килемле кешеләр бар. Ҡайһы берҙәренең битлек, антисептик, бирсәткә алырға ла мөмкинлеге юҡ. Бары берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, был ауырыуҙы таратыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ талаптарҙы үтәгәндә генә беҙ уның еңә алабыҙ. Миңә битлек таратырға ярҙам иткән барлыҡ егеттәргә ҙур рәхмәт! Бөтәһе лә һау-сәләмәт булһын!”