Мәскәү мэры Сергей Собянин ҡушыуы буйынса бөгөндән алып барыһы ла өйҙә ултырырға тейеш. “Бөгөн мин коронавирустың тиҙ арала ныҡлап таралыуына юҡ ҡуймаҫ өсөн өҫтәмә саралар хаҡында указға ҡул ҡуйҙым. Мәскәү халҡы хәҙер, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһе лә өйҙә ултырырға тейеш”, тигән Собянин.
Алдағы көндәрҙә Мәскәүҙә махсус рөхсәт ҡағыҙы менән генә өйҙән сығырға мөмкин буласаҡ, тиҙәр.
Әлбиттә, кемдәрҙер эшкә сығырға мәжбүр. Ундайҙар һаҡланыу сараларын күрһен инде. Беҙҙә лә өйҙә ултырыу режимы ҡатыраҡ ҡуйылһын ине. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.