Рәсәйҙә автомобиль, тимер юл, йәйәүлеләр, йылға һәм ҡатнаш үткәреү пункттары аша хәрәкәт ябыла. Рәсәй-Белоруссия сигенең ҡоро ер участкаһы ла ябыла.
Граждандарҙың айырым категориялары - дипломаттар, йөк транспорты водителдәре, Калининград өлкәһендә йәшәүселәр, Рәсәй паспорттары менән Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүселәр, туғанының үлеменә бәйле илдән сығырға мәжбүр рәсәйҙәр генә сикте үтергә мөмкин.
Хөкүмәттең сикте күпме ваҡытҡа ябыуы әлегә билдәһеҙ