Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2020, 22:48

Республика Башлығы “Зубово” индустриаль паркында төҙөләсәк инфекция дауаханаһында булды

Объект тиҙ ҡорола торған модуль конструкцияларҙан торасаҡ һәм бер ҡатлы буласаҡ.

Объект тиҙ ҡорола торған модуль конструкцияларҙан торасаҡ һәм бер ҡатлы буласаҡ. Унда тәүлек әйләнәһенә ятырға мөмкин. 80 бокстың 62-һе бер кеше буласаҡ, ҡалғандары реанимация өсөн бүленәсәк. Айырым биналарҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ, санитар транспортты эшкәртеү майҙансығы, таҙартыу ҡоролмалары, дизель-генераторҙар, ҡаҙанлыҡ һәм кислород станцияһы урынлашасаҡ. Ике инфекция бүлегенә тышҡа сығырлыҡ итеп мельцер бокстары ҡуйыласаҡ. Уларҙы ике шлюзлы һәм санитар узеллы коридорға сыҡмалы итеп тә була. Бар бүлмәләрҙә автономлы елләтеү, һауа таҙартыу һәм һауаны үҙәкләштереп биреү системалары ҡуйыласаҡ.
Был объектты кәрәккәндә артыҡ сығымһыҙ икенсе урынға күсерергә мөмкин. Коронавирус эпидемияһы тамамланғас, барлыҡ ҡорамалды икенсе дауаханала ҡулланырға мөмкин. Модулдәргә бүлеү алымы ошондай киҫкен хәлдәрҙә инфекция үҙәген киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: