Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 13:54

Йән туғаным. Хикәйә

Гөлсибәр еңгәмдең ҡайғыһын ишетеү менән беренсе самолетҡа билет алып, тыуған яҡтарыма остом: “Ағайың мәрхүм булып ҡалды, һылыуым. Ҡайта алһаң, ҡайт... Ҡайталмаһаң да, һис тә үпкәм юҡ – эш кешеһеһең... Нишләп әйтмәнең, тип асыуланмаһын тиеберәк шылтыратыуым. Юғиһә, бер ҙә генә борсомаҫ инем...”Дауамы сайтта:

Гөлсибәр еңгәмдең ҡайғыһын ишетеү менән беренсе самолетҡа билет алып, тыуған яҡтарыма остом: “Ағайың мәрхүм булып ҡалды, һылыуым. Ҡайта алһаң, ҡайт... Ҡайталмаһаң да, һис тә үпкәм юҡ – эш кешеһеһең... Нишләп әйтмәнең, тип асыуланмаһын тиеберәк шылтыратыуым. Юғиһә, бер ҙә генә борсомаҫ инем...”
Ниндәй борсоу?! Үлем хәбәре алғанда борсоу, үпкә һаҡлау, эш күп, ваҡыт юҡ тип тороу килешәме?! Ундай уй башҡа ла инеп сыҡмаҫҡа тейеш тә һуң! Хәҙерге заманда теләге булмағандар ни өсөндөр ошо “ваҡыт юҡ” тигән йәтеш һылтау табып алды ла бөтөн нәмәһен - кешелекһеҙлеген, ялҡаулығын, битарафлығын бер һүҙ менән генә аҡлай ҙа ҡуя. Кем ышанһын быға?! Әммә беребеҙ ҙә ышанмауыбыҙҙы һиҙҙермәйбеҙ, баш ҡағып килешкәнде белдерәбеҙ, ә эстән генә күптәребеҙ ытырғанып китә: “Минең башыма ҡайғы төшкәндә лә ошондай анһат ҡына яуап табып, ситтә ҡалырҙар инде... Үлеп китһәм, ерләшергә килеүсе лә табылмаһа... Уф!”
Үҙем иһә, миңә бер ниндәй ҡатнашы, сыбыҡ осо туғанлығы ла булмаған әҙәм затына бәлә килгәндә лә төн йоҡом ҡасып, уйламаған уйым, теләмәгән теләгем ҡалмай, йәлләүҙән ни ҡылырға белмәй өҙгөләнәм. Шағир Рәмил Йәнбәк яҙғанса: “Ниңә шулай нескә йөрәк бирҙең, моң-һағыштарыма сәсәйем?!” – тигән кеүек, моң-һағышыма сумып, өҙгөләнәм... Холҡомдо белгән яҡындарым: “Кеше ҡайғыһы өсөн улай көйөнөргә ярамай, һәр береһе өсөн йөрәгеңде бөтөрһәң, үҙеңә ни ҡала!” – тип тиргәйҙәр ҙә ул. Аңлайым, тик үҙгәрә алмайым, вайымһыҙ ҡала белмәйем. Йәштән генә салланған сәстәрем, ваҡытынан алда һыр ятҡан йөҙөм, һирәк-һаяҡ дауаханала ятып “төҙәтештереп” алған йөрәгем һыҙлауҙары шунандыр ҙа...
Етмешен теүәлләп килгән сыбыҡ осо ағайымдың үлеме мине ыңғай ғына тәгәрләп барған башҡала тормошонан, иртәнән ҡара кискәсә ҡайтып инмәгән телевидениелағы эшемдән, өлтөрәп торған ике улымдан, һөйөклө иремдән айырып, кескәй генә булып ҡалған тыуған ауылыма ҡайтырға сәбәп итте.
– Мәскәү һынлы Мәскәүҙән ҡайтсәле! Туғанлыҡтары ла инде, һиңә әйтәйем... Кеше йәнле бала булды былай...
– Ҡайтмайса! Шул Гөлсибәренең итәгенә тағылып үҫте! Шәп инде, шәп, маладистан башҡа һүҙ юҡ!
– Үҙ туғаның да шулай ҡайғыртмаҫ... Рәхмәт инде.
Мине күрше-күлән тулы ихата аша үтеп, өйгә ингәнсе, баш ҡағып ҡына иҫәнләшкән ауылдаштарымдың ошондай шыш-бышы оҙатты. Уларға асыуланмайым, насарлап һөйләмәйҙәр ҙә баһа! Хәйер, ул турала уйларға баш та етмәне, һәр ваҡыттағыса йыйнаҡ ҡына, тап-таҙа ғына кейенгән Сибәр еңгәмде ҡосағыма ҡыҫҡас, барыһы онотолдо!
***
Нисек килеп инде еңгәм минең тормошома - бөгөнгөләй күҙ алдымда.
... Миңә дүрт-биш йәш самаһы. Бығаса нисек йәшәгәнмендер, хәтерләмәйем, әммә йәйге эҫе көнөндәге Гөлсибәр еңгәм менән танышҡан көнөм – минең яңынан тыуған көнөм. Бығаса ул еңгәм минең тормошомда булғанмылыр-юҡмылыр, тик ошо көндән башлап ул минең иң яҡын, иң ғәзиз кешемә әүерелде.
Беҙ ғаиләлә биш бала – ике ағайым һәм ике апайым. Минән башҡалар ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлөләр. Мин ҡылған сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ҡыҙсыҡ. Быға тиклем дә үҙемдең бар ауылға берәү генә һарыбаш икәнемде белә инем, хатта “күк күҙ, һарыбаш, күк күҙ, һарыбаш!” тип малайҙарҙың үсекләгәненә өйрәнеп тә бөткәнмен. Үсекмәйем дә, сөнки тиҫтерҙәремдең үҙҙәренең һәр береһенең ҡушаматы бар, уларға ла яуабым әҙер: күҙлек кейгән Дүрткүҙ – Ғәйепйән, ҡапҡорһаҡ – Илһам, бүтәнәй – Бүләк, Баймыҡ – Баймырҙа, ҡурҡаҡ ҡуян – Сабир һәм башҡалар, ҡыҙҙарҙың да елле генә үсекләшерлек исемдәре бар: Ситек – Зилә, Һәстүк – Фәриҙә...
Ә бөгөн мине көн һайын матур ғына уйнап, кискеһен ирешеп, үсекләшеп, хатта һуғышып ҡайтып киткән, иртәгеһен бик оҙаҡ күрешмәгәндәй һағынышҡан урамдағы дуҫтарым – малайҙар, ҡыҙҙар түгел, ә өйҙәгеләр рәнйетте. Эйе, эйе, был һүҙҙе дүрт йәше саҡ тулған бала ҡайҙан белгәнмендер, тап шулай тип әйттем:
– Өйҙәгеләр рәнйетте. Шуға мин уларҙан китәм!
Урам буйлап тәүҙә шым ғына илап барып-барып, бысраҡ ҡулым менән күҙемде тызый торғас, ҡап-ҡара иткәнмендер күрәһең, күҙем ауыртып, әсетә башлағас, аҡырып иларға тотондом. Хәҙер урманға инәм дә бер ҡасан да ҡайтмайым! Илап барған еремдән еңгәм осраны бит. Алып ҡайтты, тынысландырҙы.
***
– Илағың килһә, Сибәр еңгәм, ила! Минән тартынма. Үҙеңә еңелерәк булыр, күҙ йәшең ҡайғыларыңды йыуыр, еңеләйтер бәлки... Яратҡан кешеңде юғалтыуҙан да ауырыраҡ нимә бар? Ила!..
Һыуынып бөткән сәйле сынаяғын ҡушуслап тотҡан еңгәм минең һүҙҙән тертләгәндәй итә, уйҙары менән әллә ҡайҙа йөрөй, ахыры.
– Иланым... Һуңғы көндәре ныҡлап ятып киткәс... Күҙ йәштәрем бөткәндер ҙә инде... - Еңгәм ауыр һулай. Күҙ төптәренә йыйылған бөрсөктәрҙе ап-аҡ ҡына ҡулъяулығына һеңдерә. Һәр ҡыланышы урынлы, зауыҡлы. Берәй хан ҡыҙы, тиерһең.
Уйымды был юлы ла аңлай үҙе:
– Эйе, зиннәтле һарайҙарҙа йәшәр ҡыҙ инем, хан ҡыҙы уҡ булмаһам да, бик юғары урын биләгән ҡәнәфи хужаһының ҡыҙы...
Быныһы минең өсөн яңылыҡ! Бына ниндәй серҙәр ята алсаҡ, сая еңгәм йөрәгендә – “эйәрле-йүгәнле ат”тан ҙурыраҡ! Был һүҙҙәргә аңлатма бирелеүен көткән миңә бөтөнләй икенсе сер асыла:
– Иланым. Ғәфү үтенеп иланым – Насирйән ағайыңдан, Хоҙайҙан...
– Ниңә ғәфү үтенеп? Һинең ни ғәйебең бар? Үлемде берәү ҙә һорап алмай ҙаһа...
– Эй, күҙ нурыҡайым! Белһәң ине минең ғәйебемде! Яратманым бит мин ағайыңды! Ғүмер буйы яратманым! Шуның өсөн кисереүен һорап иланым, үтендем... Үҙенән түгел, Тәңребеҙҙән...
Йә, Хоҙай! Нисек инде “яратманым”?! Бер-береһенең күҙенә генә ҡарап, ярты һүҙҙән аңлашып, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән кешеләр бер-береһен яратмай икән, кемдәр һуң яратышыусылар? Бармы һуң ул ваҡытта ерҙә мөхәббәт тигәндәре?!
Бер секунд эсендә башымдан елеп үткән ошо уй әллә телемдән дә ысҡындымы, әллә тағы ла һүҙһеҙ көйө халәтемде аңланымы, еңгәм ауыр һулап туҡтай-туҡтай хәбәрен теҙҙе.
– Эйе, шул ҡәҙәр хөрмәт иттем Насирйәнде, тик йөрәккә бойороп, һәйбәт кеше булған өсөн генә яраттырып булмай икән ул. Һөйөү тойғоһо йә бар, йә юҡ, уны көсләп тыуҙырыу мөмкин түгел. Ә ағайыңа мин рәхмәтле булдым, шуға күрә күҙенә генә ҡарап, һоҡланып йәшәнем... Тик шунан артығын булдыра алманым...
Иҫләйһеңме, күҙ нурым, һин мәктәпте бөткән йылы армиянан ҡайтҡан теге ... (Еңгәм, әйтергә яраймы исемен, тигәндәй, миңә күҙ һирпте, баш ҡағыуымды күреп дауам итте) Илсурға кейәүгә барам тип үлә яҙып йөрөгәнеңде? Ата-әсәң йәшһең, ваҡыты етмәгән, тип егетте кире борғас, ҡалайтып ғәрләнеп, ер тырнарҙай булып илап миңә килгәнеңде?
– Иҫләмәйсә!..
“И-их... Яратаһыңмы һуң? Унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдыңа ла килтерә алмайһыңмы? Һине ҡосаҡлағанда ер түңкәрелеп китәме? Тәнеңде ток һуҡҡандай, ҡалтыранып төшәһеңме?“ – тип һорауҙарға күмеп ташлағайны еңгәм. – Йә, бушат күңелеңде!
– Белмәйем, яратаммы, юҡмы? Ҡосаҡлашҡаным, йүнләп үбешкәнем дә юҡ әле. Ер шары түңкәрелеүен ҡайҙан беләйем! Тик... Тотош ауыл ҡыҙҙарының һушын алып, төн йоҡоһон яҙҙырып йөрөгән ауылдың иң шәп егетен ҡулдан ысҡындырһам, алйот булырмын. Ул бит бер кемгә лә түгел, тик миңә килде. Кәләш итеп алам, тине. Шунан башҡа миңә ни кәрәк?! Ауылдың иң шәп егете Илсурҙы ҡултыҡлап, уның гармун тартҡанын тыңлап, урамдан ҡушарлап бер үтеүе ни тора?! Ҡыҙҙар вис көнләшеп үләсәк! – тигәйнем, буғай.
– Ысынлап та алйот һин, күҙ нурым! Кешене көнләштерер өсөн генә кейәүгә сыҡмайҙар! Ул һиңә күлдәк түгел, туҙһа сығарып ырғытырға! Бөгөн сибәрлегенә иҫең киткән, иртәгә йыуанайып, ҡорһаҡланып, пеләшләнеп китһә, ни эшләрһең? Нимәһенә һоҡланырһың? Гармун тартып ҡына тамаҡ туймай! Эшләмәй, аҙып-туҙып, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа, туйҙан-туйға гармун тартып, күңел асып ғүмер итерһегеҙме? – Шунда тәүге тапҡыр миңә тауыш күтәреп, асыуланғайны Сибәр еңгәм. – Яратҡаның ҡосағында башыңды юғалтырлыҡ тойоғолар кисерһәң генә, бер генә минутыңды ла унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаһаң ғына кейәүгә сыҡ... Ә шунһыҙ... үкенерһең...
Шулай тигәйне шул. (Еңгәмдең һүҙен тыңлап, илай-илай күнгәйнем...) Үтә күргән булған икән: ысын мөхәббәтемде осратҡас ҡына аңланым быны. Ә Илсурҙы һирәк-һаяҡ башҡаланан ҡайтҡан саҡта күрәм дә, танымайым: ҡап ҡорһаҡлы, эсеүҙән башҡаны белмәгән, ҡунаҡ-фәләнде аңдып ҡына тороп, көсләшеп инеп, гармунында бер-ике көй тызҡылдатып, бер-ике рюмка араҡы эсеүҙе генә там итеп йөрөгән әҙәмдең киләсәген еңгәм нисек һиҙенде икән? Һып-һылыу егет ине бит! Быны ла аңлата: “Белмәйсә! Туған-тыумасаһын, ата-бабалаларын ҡара, бөтөнөһө лә бер иш тә баһа! Ундай тоҡом менән туғанлашмауың хәйерле...“
– Хәҙер инде ҡан туғандар ҙа булдыҡ. Ҡан кәрәккәс, биргәйнем, группабыҙ тап килә икән! Һиндә лә һирәк төркөм – дүртенсе, кире резус та баһа, бына һиңә! Әйтеп ҡараһындар шунан туған түгел тип! Туғанбыҙ! Берҙән, бер ҡан туғаным да, икенсенән, йән туғаным да һин, күҙ нурым! Ҡыҙым да, бәхетем дә һин...
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА-ҠУДАШЕВА
Читайте нас: