Аксаков урамында урынлашҡан күп фатирлы ике йорт 2016 йылда авария хәлендә тип таныла. Бөгөн бында йәшәү бер ни тиклем хәүеф тыуҙырһа ла, граждандарҙың күңеле тыныс, сөнки сират буйынса улар быйыл көҙ яңы торлаҡҡа күсенергә тейеш. Күп ҡатлы объект күрше урамда төҙөлә. Төҙөлөш ваҡытынан алда бара, фатир асҡыстары сентябрҙә тапшырылыуы ихтимал.
Объект нигеҙе былтыр октябрҙә һалына. Ҡыш миҙгеленең йылы булыуы ташсыларҙың эшенә ыңғай тәьҫир итә. Бер айҙан һуң эске биҙәкләү эштәре башланырға тейеш.
Билдәле булыуынса, яңы йортта утыҙ алты фатир, уларҙың бер өлөшө етем балаларға тәғәйенләнгән. «Башҡорт ихатаһы» республика программаһына ярашлы биләмәлә төҙөкләндереү эштәре лә планлаштырылған. Балалар уйын майҙансығы, ял урындары, юл-тротуарҙар төҙөлөшө көтөлә.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы быйыл 666 ғаилә өй туйлаясаҡ.