Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 11:05

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө үҙгәрҙе

#ВладимирПутин

Коронавирус арҡаһында хәлдәр киҫкенләшмәһен өсөн Рәсәй Хөкүмәте барыһын да эшләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөн күсерҙе. Был хаҡта ул халыҡҡа мөрәжәғәтендә хәбәр итте. Яңы дата әлегә билдәһеҙ. Шулай уҡ Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына түләүҙәрҙе апрелдә үк түләү, шулай уҡ ауыр ваҡытта халыҡҡа һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йәһәтенән күп кенә иҡтисади һәм социаль саралар күреләсәге хаҡында әйтте.
Шулай итеп, ил башлығы указына ярашлы, больничныйҙар түләү схемаһы үҙгәртелә, уның күләме бер минималь эш хаҡынан кәм булырға тейеш түгел. Ҡулланыу һәм ипотека кредиттары буйынса, кәрәк булған осраҡта, каникул иғлан ителә. Эшһеҙлек буйынса түләү 8 меңдән 12 мең 130 һумға тиклем күтәрелә. Һалым йәһәтенән кесе һәм уртаҡ эшҡыуарлыҡҡа льготалар бирелә.
Читайте нас: