Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 20:53

Киләһе аҙнала эшләмәгән көндәр өсөн нисек түләйҙәр?

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы аңлата

1) эшләмәгән көндәр өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланғанға күрә, 2020 йылдың мартында һәм апрелендә эшләмәгән көндәрҙең булыуы хеҙмәт хаҡын кәметеү өсөн (!) нигеҙ түгел;

2) эшләмәгән көн ял йәки байрам көндәре булмағас, түләү ғәҙәти күләмдә башҡарыла;

3) әгәр хеҙмәткәр отпускыла икән, 30 марттан 3 апрелгә тиклем эшләмәгән көндәр отпуск көндәре иҫәбенә индерелмәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 марттан 5 апрелгә тиклем эшләмәгән көндәрҙә дауаханалар, поликлиникалар, дарыуханалар, аҙыҡ-түлек магазиндары, йәмәғәт транспорты, полиция, ашығыс хеҙмәттәр, дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшләүҙән туҡтамай.
Читайте нас: